Башҡортостан хөкүмәте "Каруанһарай" комплексының 175 йыллығын билдәләү буйынса саралар планын әҙерләне. Һүрәттәр конкурсын, асыҡ дәрестәр, күргәҙмәләр ойоштороу планлаштырылған. Шулай уҡ кинотаҫмалар күрһәтелә, түңәрәк өҫтәл уҙғарыла.Ырымбурҙағы "Каруанһарай" бинаһы башҡорт халҡының милли йорто булды. Ул ҙур тарихи-мәҙәни әһәмиәткә эйә ти тарихсы Нурислам Ҡалмантаев.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЫрымбурҙағы "Каруанһарай" 1846 йылда төҙөлә. Унда тәүҙә башҡорттар һәм мишәрҙәр өсөн ҡунаҡханалар, башҡорттар оҫтаханаһы һәм мәктәп була. Революция йылдарында был бинала Башҡорт хөкүмәте резиденцияһы һәм башҡорт ғәскәре штабы урынлаша.