Республика ЮХХДИ-һы М-5 федераль трассаһында теркәлгән авария буйынса аңлатма бирҙе

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы М-5 федераль трассаһында теркәлгән үлемесле авария сәбәптәре тураһында аңлатма бирҙе.

8-нән 9-сы апрелгә ҡарай төндә «Лексус» менән буксирҙа барған унынсы модель ВАЗ автомобилдәре һәләкәткә тарый. 39 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлә. Мәғлүмәттән күренеүенсә, буксирға алған машинаның тросы өҙөлә.  Ир кеше уны төҙәтергә сыҡҡан булған.

Шул ваҡытта ул юлдан килгән «Лексус» аҫтына эләгә. Иномаркаға  Өфө районында йәшәгән 31 йәшлек ир идара иткән. Буксирҙағы «ВАЗ» автомобиленең руль артында һәләк булыусының ҡатыны ултырған. Ғаилә машинаны Өфө районы Жуков ауылынан һатып алып, Инорс биҫтәһенә алып ҡайтып барған, тип хәбәр итәләр юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығынан.