Ҡанун проекты апрелдә уҙасаҡ пленар ултырышта ҡарала. Күп балалы ғаиләләрҙәге 150-нән 200-гә тиклемге ат көсө булған автомобилдәргә һалым 50 процентҡа кәметелә. “Финанс министрлығы иҫәбе буйынса, төҙәтмәләр һөҙөмтәһендә ҡаҙнаға 10 миллион һум самаһы килем кәмей.
Сығымдар бюджет өсөн әллә ни һиҙелерлек түгел. Әммә ғаиләләр өсөн был ярайһы уҡ ҙур ярҙам”, – тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай вәкилдәре.
Рафиҡ Әхмтәшин