Ил сәнәғәте деталдәрҙе ҡулдан эшләүҙән һанлы проектлауға күсә. Был үҙ сиратында етештереү процессын тиҙләтә. Йүнәлеште үҫтереү мөмкинлектәре бөгөн Өфөлә ойошторолған Бөтә Рәсәй сәнәғәт форумында ҡаралды.
Осрашыуҙа Мәскәү белгестәре, ғалимдар, инженерҙар сығыш яһаны. Улар производствоны роботлаштырыу, автоматлаштырыу өлкәһендәге проекттар хаҡында фекер алышты. Сара аҙағында Сколково фән һәм технологиялар институты ректоры Евразия ғилми-мәғариф үҙәге менән хеҙмәттәшлектең нығыуын билдәләне.
Гөлназ
Хәйбуллина