Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһына тикшереүгә тапшырылған бөжәккә анализ уның зарарһыҙ булыуын асыҡлай. Былтыр яҙ иртә килеүгә бәйле, үзәккә талпандар тикшереүгә 25 мартта уҡ алына башлағайны.
Һөҙөмтәлә йыл дауамында ун мең бөжәккә лаборатор анализ эшләнгән, уларҙың бер процентында энцефалит вирусы, 19 процентында боррелиоз ауырыуы булыуы билдәләнгән. Белгестәр талпан ҡаҙалған осраҡта, уны үҙҙалы тартып алмаҫҡа, яҡындағы дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт итергә саҡыра.
Бәләгә тарымаҫ өсөн прививка яһатырға мөмкин. Әммә вакцинацияны көҙгөһөн башлау яҡшыраҡ, сөнки бөжәктәрҙең әүҙемлегенә тиклем организмда иммунитет барлыҡҡа килергә тейеш. Прививканың икенсе этабы 5-6 ай үткәс, өсөнсөһө бер йылдан һуң эшләнә. Артабан иммунитет юғары кимәлдә һаҡланһын өсөн вакцинация өс йылға бер ойошторола.
Гөлназ Хәйбуллина