Яңауыл районы китапханаһы уҡыусылары дөрөҫ туҡланыу хаҡында лекциялар тыңланы. Табиптар, «Тормош шатлығы» проекты ирекмәндәре шифалы үләндәр үҫтереү, дауалау баҡсаһы булдырыу буйынса практик дәрестәр уҙғарҙы.
Китапханала «Сәләмәтлегең үҙ ҡулыңда» тип исемләнгән тематик күргәҙмә лә ойошторолдо, халыҡҡа оҙон ғүмер серҙәре, халыҡ ысулдары буйынса иммунитетты нығытыуға бәйле китаптар тәҡдим ителде. Шулай уҡ проектта ҡатнашыусылар шифалы сәй бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе лә үтте.
Гөлназ Хәйбуллина