Башҡорт дәүләт университетында матбуғат фестивале үтте

Республиканың киң мәғлүмәт саралары һәм матбуғат баҫмалары журналистары ҡатнашлығында Башҡорт дәүләт университетында матбуғат фестивале ойошторолдо.

Сара башҡорт филологияһы, шәрҡиәтте өйрәнеү һәм журналистика факультеты,төбәк журналистар союзы менән берлектә ойошторолдо. Өсөнсө йыл рәттән үткән күләмле осрашыуға ете тиҫтәгә яҡын матбуғат вәкиле саҡырылды.

Улар журналист һөнәрен һайлаған йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашты, бөгөн трамаҡта ниндәй алымдар ҡулланып эшләү, ижади үҫеү юлдары тураһында оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Ике яҡ өсөн дә фәһемле осрашыуҙар киләсәктә лә дауам итер тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова