Ике йыл элек нәшер ителә башлаған «Aksakov Magazine» журналы сираттағы кисә ойошторҙо

Өфөлә Аксаков уҡыуҙары. Ике йыл элек нәшер ителә башлаған «Aksakov Magazine» журналы сираттағы кисә ойошторҙо. Был юлы сарала ҡатнашыусылар классик әҙиптәрҙең һәм үҙҙәре ижад иткән шиғыр-цитаталарҙан өҙөк һөйләне.

«Aksakov Magazine» сағыулыҡты үҙ итеүселәрҙе берләштергән журнал. Уның эстәлеге аша республика йүнселдәренең ҡаҙанышы, донъя баҙарындағы һуңғы яңылыҡтар менән танышырға мөмкин.

Миҙгел модаһы кеүек даими рубрика ла баҫманы байыта килә. «Аксаков уҡыуҙары» кисәһен ойоштороусылар йыл һайын үткәрергә ҡарар иткән. Мәҙәни программа, ғөмүмән, Өфө эшҡыуарҙарын берләштереү, фекер уртаҡлашыу һәм яңы танышлыҡтар булдырыуға йүнәлтелгән.. Ә инде журнал мөхәрририәте артабан да ижади эҙләнеүҙәрен дауам итеп, донъя кимәленә сығырға ниәтләй.

Азат Ғәлиуллин