Студенттар кампусы Ағиҙел буйының көньяҡ яр битләүендә төҙөләсәк

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров юғары уҡыу йорттары-ара студенттар кампусын урынлаштырыу проекты менән танышты. Тәүҙә ул Дим биҫтәһе эргәһендәге биләмәлә төҙөлөргә тейеш ине. Әммә юғары уҡыу йорттары ректорҙары һәм республиканың Ҡалалар үҫеше институты эксперттары менән аралашҡанлан һуң, кампус ҡала үҙәгенә һәм төп уҡыу корпустарына яҡын булырға тейеш, тип хәл ителә.

Ағиҙел буйының көньяҡ битләүендәге майҙансыҡ эргәһендә генә бер юлы дүрт юғары уҡыу йорто урынлашҡан. Шуға ла студенттар өсөн уҡыу һәм йәшәү корпустары булған ғилми ҡаласыҡ киләсәктә элекке Киров исемендәге завод майҙанында сафҡа инәсәк.

Архитекторҙар билдәләүенсә, корпустарҙы йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн һуҡмаҡтар берләштерәсәк, шулай уҡ Ағиҙел йылғаһы ярына төшөү ҡоролмаларын ҡуйыу ҡарала.

Илдар Байбулатов