Башҡортостан башлығы блогер, урбанистика өлкәһендәге эксперт, «Ҡала проекттары» фонды рәйестәше Илья Варламов менән осрашты. Унда һүҙ Өфөнөң үҫеш йүнәлештәре, социаль инфраструктураны камиллаштырыу юлдары хаҡында барҙы.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикала уңайлы мөхит тыуҙырыуға ныҡлы иғтибар бирелә. Ике йыл элек эш башлағанда тәү сиратта хәүефһеҙ итеп эшләнгән балалар майҙансыҡтары булмауы, йәмәғәт транспортының иҫкереүе күҙгә ташлана ине. Бөгөн был өлкәлә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә, һәр проектты тормошҡа ашырғанда халыҡтың фекере иҫәпкә алына, тине Радий Хәбиров. Шулай уҡ республикала Ҡалалар үҫеше институты ла ойошторолған, Башҡортостан райондары һәм ҡалалары федераль кимәлдәге конкурстарҙа даими ҡатнаша. 2019-2020 йылдарҙа 16 муниципаль берәмек уңайлы мөхит тыуҙырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған.
Илья Варламов сәфәре барышында баш ҡаланың байтаҡ иҫтәлекле урындарында булған. Блогер бөгөн Радий Хәбиров менән осрашыуҙан һуң Сипайлово биҫтәһендәге «Ҡашҡаҙан» паркын төҙөкләндереү барышын да ҡараны, үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе.
Уның фекеренсә, барбекю зонаһын балалар майҙансығынан алыҫҡараҡ урынлаштырыу талап ителә. Велосипед һуҡмағының да урынын үҙгәртеү шарт, был проект буйынса юл күмәк кеше йөрөгән урынға яҡын. Ә дөйөм алғанда бик матур уйланылған. Илья Варламов шулай уҡ Өфөлә «Арт квадрат» проекты оҡшауын белдерҙе.
Рәмзиә Кәримова