Яҙҙың ярҙамсылары. Башҡортостанда тәүге дөйөм шәмбе өмәләре үтте. Экологик таҙартыу айлығы сиктәрендә төрлө предприятиелар һәм ойошмалары, дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре тирә-яҡты тәртипкә килтереүгә сыҡты. Оҙайлы ҡыштан һуң эш етәрлек. Бөгөн өмәгә сығыусылар ҡулдарына көрәк алды. Көрттө йомшартты, иререргә ашыҡмаған ҡарҙы таратты. Өфөнөң Яҡутов паркындағы өмә барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.
Күберәк алып, йырағыраҡ ырғыт. Башҡортостан торлаҡ коммуналь хужалыҡ министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡәләмдәрен көрәккә алмаштырҙы. Яҡутов паркында ҡыш дауамында йыйылған ҡар, апрель ҡояшы аҫтында ла ирергә ашыҡмай. Өмәселәр яҙға ярҙамға килде.
Хәрәкәттә-бәрәкәт тигәндәй, Өфөнөң 4 һанлы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы табиптары бөтә яҡлап та өлгөр булып сыҡты. Улар медицина учреждениеһы биләмәһен таҙартҡандан һуң Сәләмәтлеккә 10 мең аҙым акцияһына ҡушылды. Яҡутов паркында улар йәйәүләп атланы.
Яҡутов паркы Рәфидә Ғәниеваның яратҡан ял итеү урыны. 80 йәше менән барһа ла ханым физик күнекмәләрҙән баш тармай. Оло быуын вәкиле өсөн шәмбе өмәләре үтә лә мөһим сара. Тәү сиратта ул йәштәрҙе тәрбиәләү алымы.
Күрше участкала республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә эшләй. Өмәнән министр Урал Искәндәров та ситтә ҡалманы. Ҡыш дауамында тирә-яҡта сүп-сар күп йыйылған. Ҡар иреп бөткәс уны ла таҙартырға тура киләсәк. Өмәләр айлығы 8 майға тиклем дауам итә.
Шәмбе өмәләре Советтар Союзы осоронан ҡалған күркәм традиция булараҡ халыҡты берләштереү сараһы ла. Тынсыу офистарҙан сығып, хеҙмәттәштәр менән бергә физик эш эшләү кәйефте күтәрә һәм әлбиттә сәләмәтлеккә лә ыңғай йоғонто яһай.
Рафиҡ Әхмәтшин