11 апрелдә фашист концлагерҙары тотҡондарын халыҡ-ара ҡотҡарыу көнө билдәләнә

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фашист концлагерҙарында 18 миллиондан  ашыу кеше тотҡонлоҡҡа ҡыуылған. Хәрби Дан музейында бала килеш үлем лагерына эләккән Александр Подкопай менән Пинский исемендәге 83-cө инженер лицейы уҡыусылары осрашты.

Николай Подкопай Харьков өлкәһе Ордовка хуторында тыуып үҫә. Әммә уларҙың тыныс һәм бәхетле нигеҙен фашист илбаҫарҙары ҡыйрата. Йәшәгән йорттарынан ни бары мөрйә генә тороп ҡала. Ауылдары менән вагондарға тейәп көнбайышҡа оҙаталар. Ете йәшлек кенә сабый туған-тумасаһы менән Польшалағы концлагерҙарҙың береһенә эләгә.

Ҡуралағы малдарҙы үҙ мәнфәғәтендә тотондолар. Фашистар беҙҙең тыуған төйәгебеҙҙә үҙ баҡсаларына ялға ҡайтҡан кеүек бик иркен, оятһыҙ ҡыланды. Күпме ауыр итектәрҙән типкеләндек, асыҡтыҡ, икмәкте күрмәнек тә. Ә күпме бала был үлем легерҙарынан ҡайта алманы.

Александр Подкопай, фашист концлагеры тотҡоно

Кешелек тарихында иң аяныслыһы Саласпилс лагеры тотҡондары яҙмышы. 1942  йыл аҙағынан 1944  йылға тиклем унда тыуғандан алып 15 йәшкә тиклем 12 меңдән ашыу баланың ғүмере өҙөлгән. Әммә ысынында уларҙың һаны 17 меңдән ашыу булғаны билдәле. Газ камераларында тонсоғоп һәләк булғандар тарихын оноторлоҡ түгел. 

Гүзәл Борханова