Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында УЗИ бүлеге ойошторолоуға – 30 йыл

Өс тиҫтә йыл эсендә ул ҙур булмаған кабинеттан заманса медицина бүлегенә тиклем үҫешкән. Әле дауахананың диагностика бүлегендә республиканың төрлө район-ҡалаларынан көнөнә 170-ләп пациент хеҙмәтләндерелә. Юғары сифатлы аппараттар теүәл диагноз ҡуйырға мөмкинлек бирә. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.

Хәйбулла районынан баш ҡалаға килгән Рәмил Абдуллин Республика клиник дауаханаһында УЗИ тикшереүе үтергә килгән. 64 йәшлек пациент әйтеүенсә, дауаханала диагностика үтергә уның таныштары  кәңәш иткән. Юғары сифатлы аппараттар теүәл диагноз ҡуйырға булышлыҡ итә.

Ҡыуатов исемендәге клиник дауаханаһының УЗИ бүлеге ойошторолоуға быйыл 30 йыл. 91-се йылда ҙур булмаған кабинетта тәүгеләрҙән булып эш башлаусы табип Фәнүзә Ғәбдулла ҡыҙы өс тиҫтә йыл ғүмерен экран аша пациенттарҙың сирҙәрен  асыҡлауға бағышлаған.

УЗИ бүлегендә республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән пациенттар тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә. Белгестәр организмды 30 йүнәлеш буйынса тикшереп диагноз ҡуя. Киҫкен һәм хроник сирҙәр, әсә ҡарынындағы бәпестәр үҫешендәге етешһеҙлектәр һәм башҡа ауырыуҙар шунда уҡ экранда һүрәтләнә.

Тәжрибәле белгестәр УЗИ тикшереүе йүнәлешендә эшләүсе студенттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп, практик дәрестәр алып бара. Барлығы диагностика бүлеге эшенә 26 табип һәм 33 шәфҡәт туташы йәлеп ителгән.

30 йыллыҡ юбилейын билдәләгән УЗИ-диагностика бүлеге  медицина өлкәһенең айырылмаҫ өлөшө булып тора. УЗИ хеҙмәткәрҙәре зәңгәр экрандарҙа йыш күренмәһә лә, уларҙың аҡ-ҡара экранында пациенттарҙың тормошо  өсөн иң мөһим һүрәттәр балҡый.

Флорида Ким