Аҡъярҙа милли көрәш буйынса зона ярыштары тамамланды

Келәмгә Хәйбулла, Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура һәм Йылайыр райондары спортсылары сыҡты. Еңеүселәр 8 ауырлыҡ категорияһында билдәләнде. Турнир барышын БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте.

Бил бирмәҫкә, еңеүгә ынтылырға. Аҡъярҙың физкультура-һауыҡтырыу комплексында Урал аръяғы райондарынан илленән ашыу көрәшсе йыйылды. Келәмдә - 14-15 йәшлек егеттәр. Араларында тәүге тапҡыр зона ярыштарында ҡатнашыусылар күп. Бөрйәндәр турнирға етди әҙерләнеп килгән.

Ғәлим Ишмөхәмәтовты Ейәнсура бөркөтө тип йөрөтәләр. Келәмдә һынатҡаны юҡ.  Республика кимәлендә уҙғарылған армрестлинг, грек-рим көрәше буйынса турнирҙарҙа ҡатнашып та, ҙур еңеүҙәргә ирешкән.

Милли көрәш спорты көслө рухлы быуын тәрбиәләй. Үҫмерҙәр ярыштарҙа ҡатнашып, сәмләнә, яңы еңеүҙәргә ынтыла. Ярышҡа килгәндә, дөйөм команда зачетында Әбйәлилдәргә етеүсе булманы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Хәйбулла һәм Бөрйән райондары көрәшселәре бүлеште.

Гөлназ Хәйбуллина