Сүп-сарҙы сығарыуға түләү өсөн комиссия алынмай

Республиканың көньяҡ райондары һәм ҡалаларын хеҙмәтләндергән “Эко-Сити” төбәк операторы һәм Һаҡлыҡ банкы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. Уға ярашлы, апрелдән “Сбербанк Онлайн” мобиль ҡушымтаһы аша ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн түләргә мөмкин. Был ваҡытта комиссия алынмай. Бынан тыш, төбәк операторы офистарында банк картаһы ярҙамында процентһыҙ иҫәпләшергә була.