Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты уҙғарыу ваҡыты билдәле булды

Сара 24 апрелдә онлайн үткәрелә. Ул “Башҡортса һөйләшәм, башҡортса яҙам” тигән исем аҫтында ойошторола. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр ике төркөмгә бүленеп диктант яҙа – башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар һәм башҡортса иркен аралашҡандар. Сара уҡыу йорттары, мәҙәниәт һәм йәмәғәт ойошмаларында үтә, шулай уҡ БСТ каналы һәм интернетта тура эфирҙа күрһәтелә.