Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, биш көн дауамында һауа температураһы тәүлек әйләнәһенә +8 градустан юғарыраҡ булһа, йорттарға йылы биреүҙе туҡтатырға рөхсәт ителә. Шулай ҙа һәр муниципалитет етәкселеге йәки йорт хужалары йылытыу миҙгелен тамамлауҙы үҙ аллы хәл итә ала.