Башҡортостанға “ЭпиВакКорона” вакцинаһы килтерелде

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 6 мең ярым доза препарат ҡабул ителгән. Яҡын арала ул райондар һәм ҡалаларға ебәрелә. Табиптар билдәләүәнсә, “ЭпиВакКорона” вакцинаһы “Спутник V” кеүек үк коронавирус йоҡтороуҙан һаҡлай. Укол шулай уҡ ике тапҡыр эшләнә. Әле республикала 110 меңдән ашыу кеше прививканың ике компонентын да яһатҡан.