Ҡаһирәлә үҫмерҙәр араһында фехтование буйынса донъя беренселеге үтте. Яҡташыбыҙ шпагала команда ярышында беренсе урын алды. Быға тиклем Полина Хәйертдинова шәхси беренселектә алтын миҙал яулағайны. Милли команда составында беҙҙең республиканан шулай уҡ Аделина Бикбулатова һәм Егор Баранников сығыш яһаны. Улар рапира буйынса команда ярышында алтын миҙалға эйә булды.