Халыҡты һалым түләргә өйрәтәләр

Республикала һалым түләүселәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтә. Өфөлә йәшәгән Азия Ханнанова йыл һайын килемгә декларация тапшыра. Быға тиклем ул белгестәрҙән ярҙам алған. Яңыраҡ улы кәрәкле документты үҙаллы тултырыу мөмкинлеге менән таныштырған. Хаҡлы ялдағы ҡатын Интернет менән ҡуллана белә, әммә декларация тултырыу нескәлектәрен төшөнөп етмәй. Бөгөн ул һалым инспекцияһында ойошторолған оҫталыҡ дәресендә ҡатнашырға булған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Документтарҙы онлайн тапшырыу өҫтөнлөктәре бихисап”, - ти Рәсәй Һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы белгесе Гөлсөм Мортазина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һалым хеҙмәтендә оҫталыҡ дәрестәре ай аҙағына тиклем дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән ведомствоның рәсми сайтында танышырға мөмкин.