Республика уҡыусылары шахбокс федерацияһы Кубогын яуланы

Космонавтика көнө уңайынан ойошторолған ярыш онлайн үтте. Башҡортсотандың мәктәп уҡыусылары командаһы беренсе урынға лайыҡ булды. Икенселә – Силәбе, өсөнсөлә – Ростов өлкәһе балалары. Еңеүселәр исемлеге менән федерация сайтында танышырға була.