Башҡортостанда “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты башланыуға 100 көн ҡалды

Бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров Өфөлә сараны һанауға рәсми старт бирҙе. Унда космонавт Сергей Ревин һәм Профессиональ оҫталыҡ үҫеше агентлығы генераль директоры Роберт Уразов ҡатнашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн  “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионатының финалында ҡатнашыу өсөн һайлап алыу ярыштары башланды. Унда Рәсәйҙең 40 субъектынан конкурсанттар һәм эксперттар ҡатнаша.Һайлап алыу этабы еңеүселәре чемпионат финалында  сығыш яһаясаҡ.