Башҡортостан йылғалары ҡарҙан әрселә башланы. Бер яҡтан яҙҙың етеүе шатлыҡ та кеүек тик, ташҡын хәүефе шомға һала. Ҡар быйыл ярайһы уҡ күп тойолдо. Ҡыштың һуң килеүе лә ерҙе туңдырҙы. Һөҙөмтәлә ҡар һыуҙарының көслө булыуы ла ихтимал, тигән фараздар бар. Белгестәр әйтеүенсә, Ағиҙел йылғаһы бассейны башҡа йылдарҙағы уртаса күрһәткестәрҙән 25, хатта илле процентҡа юғарыраҡ һыулы.
Йылға тирәләй ер 5-20 сантиметрға тәрәнерәк туңып 72 сантиметрға тиклем еткән. Боҙ ҡалынлығы ла норманан күпкә тайпыла. Шулай ҙа белгестәр Ағиҙел бассейнындағы йылғалар тулылығы күп йыллыҡ норманан саманан тыш артмай, тип билдәләй. Иң ҡурҡыныс сценарий буйынса Ағиҙел йылғаһы 750 сантиметрға күтәрелгән осраҡта, Башҡортостандың 41 районында 230 ауылға һыу баҫыу ҡурҡынысы янай.
Был биләмәгә 11 мең тирәһе йорт инә, уларҙа 30 меңләп кеше йәшәй. Шуға күрә лә белгестәр әле хәүефле зоналарҙа даими эш алып бара. Ләкин был сценарий ҡағыҙҙа ғына ҡалһын өсөн быйыл республикала бығаса булмаған әҙерлек эштәре башҡарылды.
Йылғалар ярҙарынан сыҡмаһа ла ҡайһы бер ауылдарҙа, ҡалаларҙа ла ҡар һыуҙары ихаталарға инеүе тураһындағы хәбәрҙәр әленән-әле ишетелеп тора. Дөрөҫөн әйткәндә, социаль селтәрҙәр күләүектәр, йөҙгән автомобилдәр менән тулыланды. Бигерәк тә Өфө эргәһендәге ауылдарҙа яҙ гөрләп килә. Йылҡыбай ауылында ла шәхси йорт ихаталарында һыу сыҡҡан. Баҡсаларҙа йәшәүселәр берҙән-бер күперенән айырылған.
Был кадрҙар Кушнаренко районынан. Үрге Аҡбаш, Шәрип ауылдары урамдары ла һыу аҫтында. Урындағы халыҡ һыуһаҡлағысты асыуҙарына дәғүә белдерә. Йәнәһе лә, гидроҡоролманан һыу ырғытҡан саҡта урамдар йөҙә башлай.
Был урамдар Венеция түгел, ә Салауат. Автомобилдәр катер урынына елдерә. Ҙурыраҡ техникаға аттракцион булһа, ә тәпәшерәктәргә көлкө түгел.
Дәүләкән ҡалаһы, Стәрлетамаҡ урамдары ла шул уҡ хәлдә. Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы райондарында ауылдарға һыу ингән. Ғөмүмән, фараздар буйынса ҙур һыу Баймаҡ районында 5 ауылды, Өфөлә 4, Нуриман һәм Өфө райондарында өсөшәр, Йылайыр, Белорет, Бөрйән, Иглин райондарында икешәр, Илеш, Учалы, Архангел, Ғафури һәм Ейәнсурала берешәр ауылды оло ерҙән айырыуы ихтимал. Был ауылдарға ысынлап та, ташҡын хәүефе янай.
Тик бына интернет киңлектәрен тутырған яҙмаларҙың 90 проценты ҡоро бәлә һалыуға ҡоролған. Хайп яратыусылар күләүек , әҙ генә батҡаҡ күрһә лә видеоға төшөрөп киң тамашаға сығарырға күнеккән. Ҡар иреүендә лә кемделер ғәйепләп маташалар. Ҡола яландан йорт һатып алабыҙ ҙа, юл үткеһеҙ тип яр һалабыҙ, ихатала йырындар ҡаҙып һыу ағыҙыр урынға телефон тотоп кино төшөрөп йөрөйбөҙ. Бына, мәҫәлән, бер замандашыбыҙ видео төшөрөү өсөн баҙ аҫтына кәмә индерергә лә ялҡауланмаған.
Ә бит шул кәмәгә насос менән һауа тултырғансы, көсөн һыуҙы һуҙыртырға сарыф итһә булмаймы икән? Ғөмүмән, урамда яҙ һәм уның тап ошо сифаттарға эйә булыуын да оноталар.Ҡотҡарыусылар саҡырабыҙ. Шул уҡ ваҡытта ярҙамдың ысынлап та, бәләгә тарыусыларға кәрәк булыу ихтималлығын уйлап та бирмәйбеҙ.
Айнур Кәбиров