Тәфтишселәр фаразлауынса, етәксе ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре мәсьәләһендә вәкәләттәрен арттырып үтәгән. 2014 йылда 13 гектар ерҙе ҡуртымға биргән. Һуңынан был майҙан 66-ға бүленеп уны файҙаланыу төрө лә үҙгәртелгән.
Бынан тыш, ул ҡуртымда булған ике ер участогын законһыҙ рәүештә урында йәшәүселәргә тапшырған. Һөҙөмтәлә район ҡаҙнаһына 3 миллиолн һумлыҡ зыян килтерелгән. Был хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн 7 йылға иректән мәхрүм ителеү янай. Әлегә тәфтиш эштәре дауам итә. Ғәйепләнеүсе 2 июнгә тиклем йортона ҡайтарылды.