Быға тиклем «Нефаз»дарҙың дизель моторҙары газға көйләнә ине. Хәйер, улары ла, 2014-2016 йылда етештерелгәндәре, күпләп сафтан сыға башланы.
Предприятие эшлектән сыҡҡан автобустарын яңынан маршруттарға сығара. Бының өсөн улар техниканы Ҡытайҙан алынған газда эшләгән яңы двигателдәр менән йыһазландыра. Етештереүсегә дәғүә белдерергә гарантия ваҡыты үткән. Быға тиклем предприятие үҙ көсө менән ике тиҫтәнән ашыу автобусты ремонтлаған. Әммә төҙөкләндереү финанс йәһәттән аҡланмай, ти етәкселек. Шуға ла улар двигателдәрҙе тулыһынса алмаштырырға ҡарар итә.
Йәмғеһе 79 автобусҡа ҡытай двигателе урынлаштырыу күҙаллана. Йәйгә тиклем ҡырҡтан ашыу яңыртылған йәмәғәт транспорты маршрутҡа сығасаҡ. Эште тиҙләтеү өсөн двигателдәр предприятиеның дүрт филиалында урынлаштырыласаҡ.
Айнур Кәбиров