Ауыл хужалығын үҫтереү маҡсатында

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостан ғалимдары уңышты яҡшыртыуҙа энтомофагтар ,йәғни зарарлы бөжәктәрҙе ашаусы организмдар ҡулланырға ниәтләнә. Был технология Краснодар крайында, күрше Татарстан республикаһында һөҙөмтәле ҡулланыла. Әлегә тиклем улар бөжәктәрҙе Урта Азия илдәренән һатып алһа, пандемия менән бәйле сиктәр ябылған. Ә энтомофагтарға ихтыяж ҙур. Шуға күрә ҡарышлауыҡтарҙы үҙебеҙҙә етештереү планлаштырыла. Рәмзиә Кәримова йыртҡыс бөжәктәр тураһы

Ә был еңел генә эш түгел. Ябай күҙгә күренмәҫ йомортҡаларҙы аҙнаһына ике тапҡыр үткер бысаҡ менән ҡырып алырға тура килә. Йыйылған масса өс литрлыҡ банкаға тултырыла, гармун күреге һымаҡ бөкләнгән ҡағыҙҙар араһына. Сөнки Алтынкүҙҙәр йыртҡыс бөжәк, бер-береһен күрһәләр ашап бөтәсәктәр. Ә һәр бөжәкте ҡәҙерләп үрсетеү юҡҡа ғына түгел. Йомортҡаларҙан барлыҡҡа килгән ҡарышлауыҡтар ҡоротҡостар менән көрәшеү һәләтенә эйә. Улар ауыл хужалығы культураларын да, йәшелсә-емеште лә теләнән, талпандан, трипстан, софканан ҡотҡара ала.

Энтомофагтарҙың алтынкүҙҙән башҡа габробракон тигән төрө лә бар, ул ҡарышлауыҡ рәүешендәге ҡоротҡостарға ҡаршы файҙаланыла. Был бөжәк тиҙ, ике аҙнала ғына үрсеүе менән айырылып тора. Әммә шарттар тыуҙырыу үҙе бер күләмле процесс. Бының өсөн өс литрлыҡ банкаға бер үк күләмдә, килограммдан ашыу он һәм иген көрпәһе тултырыла һәм 150-гә яҡын көйә ебәрелә. Артабан ошо массала барлыҡҡа килгән ҡарышлауыҡтарҙы сүпләп алыу шарт, сөнки габробракон себендәре йомортҡаны уларҙың эсенә һала. Был үрсеткән осраҡта, ә ҡоротҡостарға ҡаршы ҡарышлауыҡтар ҡулланыла. Гектарға 300-ләп ҡарышлауыҡ етә.

Башҡортостанда энтомафагтарҙы былтыр ғына үрсетә башлаған. Шуға ҡарамаҫтан үҙәк был технология менән «Агрокомплекс» конференцияһында 1-се дәрәжәле диплом яулауға өлгәшкән дә инде. Эксперттар фекеренсә, климат үҙгәреү менән бәйле республика баҫыуҙарында яңы ҡоротҡостар барлыҡҡа килә, көрәште химияһыҙ алып барыу тупраҡтағы сифатлы матдәләрҙе һаҡларға булышылыҡ итә.

Энтомофагтар ауыл хужалығы культураларын ҡоротҡостарҙан һаҡлауҙың экологик яҡтан иң таҙа ысулы булып тора. Улар үҫемлектәргә бер ниндәй ҙә зыян килтермәй, тупраҡтың составын боҙмай. Ә иң мөһиме файҙалы бөжәктәрҙең хаҡы минераль ашламаларға ҡарағанда күпкә арзаныраҡ. Мәҫәлән, өс литрлыҡ ошо банкалағы бөжәктәр 1 гектар майҙанды эшкәртеүгә етә.

Үҙәк энтомофагтарҙы быйыл тәүге тапҡыр аграрийҙарға һәм баҡсасыларға тәҡдим итергә ниәтләй. Белгестәр әйтеүенсә, ҡыҙыҡһыныусылар күп. Сөнки был технология Краснодар крайында, күрше Татарстан республикаһында һөҙөмәтле ҡулланыла. Әлегә тиклем улар бөжәктәрҙе Урта Азия илдәренән һатып алһа, пандемия менән бәйле сиктәр ябылған. Ә энтомофагтарға ихтыяж ҙур. Сөнки был технология химик ашламаларһыҙ юғары сифатлы продукция етештереү мөмкинлеге бирә.

Киләсәктә энтомофагтарҙы сәнәғәт күләмендә етештереү ҡарала. Әле Краснодар крайының ошо эшмәкәрлек буйынса махсуслашҡан предприятиеһы менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Әммә белгестәр әйтеүенсә, заманса ҡоролмалар алған хәлдә лә бөжәктәр менән техника ғына эшләй алмай, ҡул көсө кәрәк. Мәҫәлән, габрабракон энтомофагтарын үрсеткән ваҡытта бөжәктәрҙе инә һәм атаға бүлеү мотлаҡ. Ә быны нисек кенә аҡыллы һәм ҡеүәтле булмаһын, бер ҡоролма ла айыра алмай. Белгестәрҙең осҡор күҙе талап ителә.

Рәмзиә Кәримова