Ырымбурҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙ Башҡортостанда республика дәүләтселеге, ғөмүмән илдең федерализм бишеге булған изге йорттоң күсермәһен эшләтергә ниәтләнә. Сөнки әле күрше өлкәлә урынлашҡан изге йорттоң ни бары мәсете генә беҙҙең ҡарамаҡта, ти улар. Ә ҡалған биналар федераль структураларға бирелгән. Күсермә ҡороу урынын да улар юҡҡа ғына һайламаған. Торатау менән Ҡарауанһарайҙы нимә бәйләй? БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов күрше өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән осрашты.
Беҙҙең алда ябай ғына документ түгел, ә Ҡарауанһарайҙың боронғо архитектура проекты. Ул 19-сы быуатта билдәле рус архитекторы Александр Брюллов тарафынан төшөрөлгән. Проектың күсермәһе үҙенең төп нөсхәһенән бер ҙә айырылмай, сөнки боронғо бина был ҡағыҙҙа һәр сантиметрға тиклем һыҙылған. Беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған тарихи мираҫҡа Ырымбурҙа йәшәүсе Йәнғәбиловтар юлыҡҡан. Уникаль асышҡа өлгәшеү өсөн уларға оҙайлы ваҡыт архивтарҙы аҡтарырға тура килгән.
Проект буйынса Ҡарауанһарайҙа Башҡорт-мишәр ғәскәре идаралығы, башҡорт балалары училищеһы, манаралы мәсет һәм төрлө оҫтаханалар урынлашырға тейеш була. Әммә төҙөлөштә башлыса халҡыбыҙ көсө түгелгән корпусты бөгөн бөтөнләй башҡа кешеләр файҙалана. Әйтәйек, төп бина федераль структуралар ҡарамағында. Шуға ла урындағы башҡорттар ошо проектҡа нигеҙләнеп тағы ла бер Ҡарауанһарайҙы Торатау итәгендә төҙөргә тәҡдим итә.
Ишембай районында тәҡдим ителгән урынды дини берләшмә вәкилдәре осраҡлы ғына һайламаған. Сөнки тарихтан билдәле булыуынса, Торатау менән Ҡарауанһарайҙы 1812 йылғы Ватан һуғышы бәйләй.
Әлеге ваҡытта тарихи комплекс Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһенең уртаҡ йорто һанала. Әммә республика бөгөн мәсет урынлашҡан бина менән генә файҙаланырға хоҡуҡлы. Әлбиттә, Ырымбур башҡорттары өсөн был ғына етмәй. Хатта, шул уҡ документтарҙы һаҡлау өсөн дә айырым бүлмә кәрәк. Уның ҡарауы, төп корпуста ҡайһы бер урындар емерелеп бара. Ләкин федераль кимәлдәге тарихи-мәҙәни ҡомартҡыла рәсми ҡағыҙһыҙ бер ҡаҙаҡ та ҡағырға ярамай.
Әлеге ваҡытта урындағы аҫаба башҡорттар майҙандарҙы арттырыу ниәте менән яна. Бының өсөн улар хаттар яҙып, төрлө федераль министрлыҡ һәм ведомство тупһаларын тапай. Әйткәндәй, биш йыл элек Башҡортостан ярҙамы менән мәсеттә ремонт эштәре башҡарылған. Өҫтәмә бүлмәләр бирелгән осраҡта урындағы башҡорттар республика ярҙамына ла өмөт итә.
Республика башлығы Радий Хәбиров күптән түгел «Ҡарауанһарай» тарихи-архитектура комплексының 175 йыллығын билдәләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, юбилей саралары Башҡортостанда ла. Ырымбур өлкәһендә уҙасаҡ.
Илдар Байбулатов