Башҡортостанға Новосибирскийҙың «Вектор» фәнни-етештереү үҙәгендә сығарылған вакцина килтерелә

«Спутник Ви» ға ярҙамға. Башҡортостанда Новосибирскийҙың «Вектор» фәнни-етештереү үҙәгендә сығарылған вакцина килтерелә башланы. Тәүге партия 3 мең дозаға иҫәпләнгән. Эпивакорона үҙенсәлектәре менән хәбәрсебеҙ Рафиҡ Әхмәтшин ҡыҙыһынды.

«Башфармация» предприятиеһы келәттәрендә һуңғы тәүлектәрҙә эш тынмай. Исемлек буйынса дауаханаларға вакцина бүлергә кәрәк. «Эпивак корона» Новосибирскийҙа етештерелгән. Әлегә тиклем ҡулланылған ГАМ КОВИД ВАК, йәғни Спутник ВИ вакцинаһынан төп айырмаһы яһалма пептидттар нигеҙендә эшләнеүендә. Препаратта вирус өлөштәре юҡ. Шуға ла ул хәүефһеҙерәк булып иҫәпләнә. Бынан тыш, уны һаҡлау шарттары ла уңайлыраҡ.

Башҡортостанда халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дәррәү бара. Прививка эшләтеү дауахана һәм поликлиникаларҙан тыш халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа асылған күсмә пункттарҙа ла ойошторолған.

. Әлегә вакцинаның беренсе компонентың 177 меңдән ашыу кеше эшләткән. Шуларҙың 73 меңдән ашыуы 60 йәште уҙған оло быуын вәкилдәре. Вакцинаның ике компонентын да эшләтеүселәр һаны 108 меңдән ашыу.

Софья Алешина, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе

19 апрелдән күсмә поликлиникаларҙа коронавирустан вакцина ла яһатыу мөмкинлеге булдырыла. Табиптар тап синтетик пептидтар нигеҙендә эшләнгән Эпивак корона препаратын файҙаланасаҡ. Һаҡлау шарттары уңайлыраҡ булыу сәбәпле медицина автопоездарында уны ҡулланыу рөхсәт ителә.

Рафиҡ Әхмәтшин