Бөгөн ҡояш байыу менән мосолмандар изге айға аяҡ баҫа. Ураҙа айында ковидтан прививка яһатырға теләүселәргә процедура рөхсәт ителә. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан мосолмандары диниә назаратында үткән матбуғат кәңәшмәһендә билдәле булды.
Бәлиғ булмаған, сирле, сәфәрҙәге кешеләрһәм бала имеҙгән ҡатындар ураҙа тотоуҙан азат ителә. Мәсеттәрҙә пандемия ҡағиҙәләрен үтәп кенә йыйылырға рөхсәт бирелә. Ай дауамында барлыҡ мосолмандар көндөҙ ашау-эсеүҙән тыйылып тора.Был ғибәҙәт ас йөрөүҙе генә аңлатмай. Рамаҙан күңелдәрҙе сафландырған ай. Мөъминдәр изге эштәр ҡылырға, мохтаждарға күберәк ярҙам ҡулы һуҙырға ла бурыслы. Ураҙа байрамы 13 майға тура килә.
Шулай уҡ юлдағыларға намаҙ уҡыу өсөн Башҡортостанда мобиль мәсет пункттары барлыҡҡа килә. Әлегә улар 11 урында төҙөлә. Изге ғәмәл ҡылырға теләгән һәр мосолманға уның ишектәре асыҡ була.
Рәмилә Исмәғилева