12 апрель – Космонавтика көнө...

1968 йылдан ул рәсми рәүештә байрамға әйләнеп, Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө тип атала. Советтар Союзында Йыһанды ентекле тикшеренеү эштәре үткән быуаттың 50-се йылдар аҙағында башлана. 1957 йылда Ерҙең тәүге яһалма юлдашы орбитаға сығарыла, ә 1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин кешелек тарихында беренсе булып космосҡа оса. Уның ергә төшкән урынында Йыһанды яулаусылар паркы асылды. Һарытау өлкәһенән БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Теүәл 60 йыл элек бар донъяны иҫ киткес яңылыҡ солғап ала. Радио тулҡындары, телевидение эфирҙары илдең һәр йортона ашығыс хәбәр еткерә. Йыһанда тәүге кеше һәм ул - Совет кешеһе. 1961 йылдың 12 апреле ил кимәлендә генә түгел, ә тотош Ер шарының байрамы. Бөгөн яңы дәүерҙе башлаусы ваҡиғаға бәйле төрлө саралар үтә. Беренсе космонавтың ергә ултырған урыны Һарытау өлкәһендә Космосты яулаусылар паркы асылды. Бер йыл дауамында мемориаль комплекста төҙөкләндереү эштәре барған. Юрий Гагариндың һәйкәле һәм стелаһы реставрацялана. Бында космонавтарҙы старт майҙанына йөрөтөүсе техника килтерелә. «Йондоҙло автобус»тың күп элементтары төп нөсхәһендә һәм 1961 йылдағы өлгөһөн ҡабатлай.

Һарытау өлкәһе Гагарин яҙмышында мөһим роль уйнай. Һарытауҙа буласаҡ космонавт Индустриаль техникумда белем ала, урындағы аэроклубта беренсе тапҡыр «Як 18» самолетында һауаға күтәрелә.Юрий Алексеевич идара иткән ракетаның аппараты ла тап ошо ергә ултыра.

Гагарин яланы тарихи йылъяҙманы яңыртты. «Восток-1» карабының төшөрөлә торған аппараты Йыһанды яулаусылар паркының көтөп алған экспонаты. Капсуланың ергә төшкән урыны – 1961 йылдағы ваҡиғаларҙың айырылмаҫ өлөшө. Аппарат үҙенең тарихи урынына ҡайтарылды. Бөгөн уны яңы ғына орбитанан әйләнеп ҡатҡан формаһында күрергә мөмкин. Әйткәндәй, паркты асыу сараһына меңәрләгән кеше йыйылды. Улар араһында Рәсәй Космонавтика федерацияһының Башҡортостан бүлексәһе вәкилдәре лә бар.

Йыһанды яулаусылар паркын асыу, төрлө күргәҙмә һәм флешмобтар үҫеп килгән буыуынға ыңғай йоғонто яһарына шик юҡ. Бындай саралар космос тарихы һәм уны яҙыусы кешеләрҙе онотмаҫҡа, патриотик тәрбиә бирергә һәм белемде арттырырға ярҙам итә.

Космонавтика, тәүге йыһанға осоусы кеше Юрий Гагарин һәм Башҡортостандың тарихи ваҡиғаға индерелгән өлөшө хаҡында ентекләберәк аҙна аҙағында махсус репортажда ҡарағыҙ.

Әлфинә Килдейәрова