Совет кешеһенең тәүге тапҡыр йыһан киңлегенә сығыуы менән бәйле Башҡортостанда ла төрлө саралар уҙғарыла.
Иҫтәлекле дата айҡанлы «Рәсәй – минең тарихым» интерактив паркында космонавтика тарихына арналған бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолдо, ә Гагарин үҙәгендәйыһан темаһына тәүге тапҡырБөтә Рәсәй диктанты уҙҙы.
Гагарин үҙәге Өфөлә 5-се йыл уңышлы эшләп килә,замансаҡоролмалар менән йыһазландырылғанкванториумда балалар 8 йүнәлеш буйынса шөғөлләнә. Педагогтар әйтеүенсә, айырыуса, роботтар эшләү, компьютер программалары әҙерләү, аэрокосмос, радиотехника түңәрәктәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Ә космонавтика көнө уңайынан бында балалар өсөн төрлө мауыҡтырғыс саралар ойошторолған. Тәүге тапҡыр уҙған бөтә Рәсәй диктантында ҡатнашыусылар ҙа ошонда йыйылды. Республика буйынса 200-ҙән ашыу уҡыусы йыһан темаһына белемен һынап ҡарарға теләк белдергән. Улар диктанттыүҙәктә лә, онлайн рәүештә лә яҙҙы.
Рәмзиә Кәримова