Бының өсөн бюджеттан 414 миллион һум бүленә. Өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр өҫтөнлөк менән файҙалана, тип хәбәр итәләр Хөкүмәттән. Әле 13 меңдән ашыу йәш ғаилә торлаҡҡа сиратта тора. 36 йәше тулғандар программала ҡатнаша алмай, сираттан төшөп ҡала. Былтыр 279 ғаилә йорт һатып алыуға социаль түләү алған.