"Оло һыу ". Башҡортостанда ташҡын көсәйә

Тиҫтәләгән районда йорт-ихаталарға һыу ингән, юлдар ҡамауҙа ҡалған. Белорет районы Ассы ауылында егермеләп йортто һыу баҫҡан. Әле йылғала тығылған боҙҙо шартлатыу эштәре бара, ти Ассы ауыл хакимиәте белгесе Гөлмира Рәхимова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала һыу баҫҡан өс урынды Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы махсус контролгә алған. Бишбүләк районы Аҙнай ауылында 19 йортҡа һыу үткән. Ҡайһы бер ғаиләләр хәүефһеҙ урынға күсерелгән. Кушнаренко районы Үрге Аҡбаш ауылында 5 биләмә һыу эсендә ҡала. Ҡырмыҫҡалы районы Бекетов ауылында 16 ихатаға ташҡындан зыян килгән.