Республика программаһы 2021 йыл аҙағына тиклем иҫәпләнгән. Уға ярашлы, иҫкергән 47 мең квадрат метр торлаҡта йәшәүсе 3 меңдән ашыу кеше яңы фатирлы булған. Был турала "Төҙөлөш сәғәте" кәңәшмәһендә белдерелде. Республика башлығы Радий Хәбиров авариялы йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү эшен әүҙемләштерергә ҡушты.