Дыуан районы Мәсәғүт ауылында шартлатыу эштәре башҡарыласаҡ

Дыуан районында 2 километр ярымлыҡ боҙ тығыны барлыҡҡа килгән. 15 сәғәт 30 минутҡа шартлата башлау тураһында ҡарар ителгән. Был биләмәгә халыҡ үткәрелмәй, тип хәбәр итәләр ведомствонан.