Республика күләмендәге ярыш 16-сы тапҡыр ойошторолдо. Келәмдә тиҫтәгә яҡын төбәк вәкиле үҙ көсөн һынап ҡараны.
Турнирҙы асыу тантанаһында билдәләнеүенсә, Иршат Исмәғилев Башҡортостандың көньяғында милли көрәш үҫешенә ҙур өлөш индерә. Уның тәрбиәләнеүселәре төрлө кимәлдәге ярыштарҙың даими еңеүселәре була. 2001 йылда Иршат Ибраһим улы үҙе лә ветерандар араһында Рәсәй чемпионы исемен яулай.
Талантлы спортсы йыр-моңға ла әүәҫ була. Бер юлы эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнәгән замандашыбыҙ 2000-се йылдар башында арабыҙҙан китә. Уның исемен мәңгеләштәреү маҡсатында йыл һайын республикала милли көрәш буйынса ярыш ойошторола. Быйыл көсөргәнешле бәйге һөҙөмтәһе буйынса команда беренселегендә Көйөргәҙе районы урынды яуланы. Ҡалған ике призлы урынды Күмертау һәм Стәрлебаш спортсылары бүлеште.