Башҡортостан хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, республикала көндәр йылыға тарта. Аҙна- ун көндән техника баҫыуҙарға төшәсәк. Көйөргәҙеләр ҙә киләһе аҙна башында яланға  сығырға йыйына. Быйыл культуралар  62  меңдән ашыу  гектарҙа сәселә. Райондың баш агрономы Айҙар Туйгилдин һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Районда орлоҡ етерлек кимәлдә әҙерләнгән, техника менән дә ҡатмарлыҡтар юҡ, булған трактор-сәскестәр менән сәсеүҙе 2 аҙнала башҡарып сығырға мөмкин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре 16 милиард ярым һумға баһалана. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 11 процентҡа күберәк. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә,  сәсеүгә тейешле сумманың яртыһы тейерлек  льготалы кредит менән түләнә.