Һәләтле йәштәргә - дәүләт премияһы

Башҡортостанда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына эштәр ҡабул ителә. Премия талантлы һәм әүҙем йәштәрҙең һәләтен, ижади ҡеүәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ижади йәки башҡа коллективтарҙы күрһәткәндә дәғүәселәр һаны 5 кешенән артмаҫҡа тейеш. Эштәрҙе 1 июлгә тиклем Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына тапшырырға була.