Башҡортостанға тағы ла 16 мең доза вакцина килтереләсәк

Был аҙнала Башҡортостанға тағы ла 10 мең доза «Гам Ковид Вак», шулай уҡ 6 мең ярым доза «ЭпиВакКорона вакцинаһы киләсәк. Улар «Сәләмәтлек поездары» менән төбәктәргә таратыла. 19 апрелдән «тәгәрмәсле» клиника республика буйлап сәфәргә сыға.

Бөгөн Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры «Спутник ВИ» препаратының беренсе компонентын алды. Укол ҡаҙатҡан чиновник үҙен яҡшы тойоуы тураһында белдерҙе. Билдәле булыуынса, Максим Забелин коронавирус менән 2020 йылдың икенсе яртыһында ауырыны.