Республика поликлиникаларында талпан энцефалитына ҡаршы прививка яһала башланы

Ул ғәҙәттә, өс этапта үткәрелә. Вакцина кемдәргә эшләнә? Һорауға яуап БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһында.

Радик Рәсим улы талпанға ҡаршы вакцинаны 3 йыл элек эшләткән. Бөгөн ул тағы поликлиникаға килгән. Сөнки энцефалитҡа ҡаршы эшләгән иммунитет ваҡыты үткән. Элек был процедура уның хеҙмәт урынында башҡарылһа, хаҡлы ялға сыҡҡас та ул ҡағиҙәне боҙмай. Сөнки балыҡсы шөғөлөн үҙ иткәс, тәбиғәттә йыш булырға тура килә.

Талпан энцефалиты ҡурҡыныс сир. Шунан хәүефләнәм. Мин гел балыҡҡа йөрөйөм. Ун йыл элек эшләтә башлағайным, бер ҙә өҙөлгәнем юҡ. Ә талпандар миңә ҡаҙалғаны ла юҡ.

Радик Әмирханов, прививка яһатыусы

Ковидҡа ҡаршы прививкаға күҙәтелгән кеүек, бында сират юҡ, сөнки был төр вакцина мотлаҡ эшләтергә кәрәкле календар иҫәпкә инмәй.

Вируслы талпан тешләһә, ике аҙна эсендә уның билдәләре беленә. Температура күтәрелә, баш ауырта, ҡоҫтора, мускулдар ауырта, фалиж һуғыуы, үлемгә килтереүе мөмкин.

Республикала көндәр йылытыу менән талпан ҡаҙалыу осраҡтары теркәлә башланы. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһына тикшереүгә тапшырылған бөжәккә анализ уның зарарһыҙ булыуын асыҡлаған.

Ә әгәр ҡаҙалһа, яҡындағы дауалау учреждениеһына барырға, бөжәкте өс көн эсендә Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеү идаралығына алып барып тапшырырға кәрәк. Тикшергәндән һуң уның вируслы булыуы асыҡланһа, кешегә иммуноглубулин эшләнә.

Рәмилә Исмәғилева