Иҫке Балтаста Танып ырыуы йыйыны үтте

Унда Асҡын, Ҡариҙел, Балтас һәм Тәтешле райондарынан ырыу вәкилдәре, шулай уҡ эксперттар, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты. Телде, тарихты, мәҙәниәтте һаҡлауға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе күтәргән ҡор хаҡында киләһе яҙмала.

Танып ырыуы – төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының иң эре һәм күп һанлы ырыуҙарҙың береһе. Тарихи документтарҙан билдәле булыуынса, Таныптар Ҡара-табын ырыуының бер тармағы булып тора. Ырыу биләмәһе дүрт ырыуға бүленә: Ҡыр-Танып – төп нәҫел, Ҡара-Табындың туранан-тура вариҫтары. Ҡайпан, Ҡаҙансы һәм Һыу-Танып.

Сарала ҡатнашыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән Танып ырыуы башҡорттарының тарихи үҙенсәлектәрен сағылдырған уникаль этнографик материалдарҙы, тормош-көнкүреш әйберҙәрҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе сағылдырған экспозиция менән танышты.

Элек-электән әти-әниләребеҙ ҡаҙ үҫтергән, өмәләр үткәргән. Кис йыйылышып шылғый эшләгәндәр.

Эльвира Солтанова , Балтас районы Маты ауылында йәшәүсе

Һыу-Танып ырыуы башҡорттары ошолай итеп кейенгән. Беҙҙә алъяпҡыстар мотлаҡ рәүештә сигелгән.

Фәнирә Нәбиуллина, Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында йәшәүсе

Танып – ул боронғо башҡорт ҡәбиләләренең береһе. Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының Танып һәм Ҡариҙел һөйләштәренә ҡарай. Танып ырыуы аҫаба башҡорттары бөгөн Балтас, Асҡын, Ҡариҙел һәм Тәтешле райондарында йәшәй.

Районда барыһы ла башҡорт ауылы тип әйтер инем. Сөнки унда өс удмурт, бер мари ауылы бар. Үҙем шәжәрәм менән 1994 йылда ҡыҙыҡһына башланым. Ошо уҡ йылда районда тәүге тапҡыр шәжәрә байрамы үтте.

Муллахан Мулләхмәтов, Тәтешле районы Кәлтәй ауылында йәшәүсе

Таныптар Башҡортостанға төрлө өлкәлә эшләүсе бик күп билдәле шәхестәр биргән ырыу. Төньяҡ-көнбайыш ырыуҙары ҡорона Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхиҙең бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина үҙҙәренең шәжәрәһен алып килгәйне.

Ете быуын нәҫелебеҙҙе беләбеҙ. Хәниә Фәрхи башҡорт ҡыҙы. Шәжәрәһен белә ине.

Фирүзә Ибәтуллина, Хәниә Фәрхиҙең бер туған һеңлеһе

Башҡорт ырыуҙары йыйынының йәнә бер төп маҡсаттарының береһе – ырыу гимны һәм герб өлгөһөн раҫлау. Гербта һәр башҡорт ырыуының үҙ билдәһе: ағасы, ҡошо, ораны һәм тамғаһы урын ала. Ғөмүмән, дәүләт статуслы бындай ырыуҙар гербы Рәсәйҙә тәү тапҡыр эшләнә. Киләсәктә уларҙы донъя геральдика системаһына индереү өсөн ырыу советы ағзалары, ғалимдар, тарихсылар һәм тел белгестәре берҙәм эш алып бара.

Гөлдәр Сафина