Алкин хәрби часынан шартлатыусылар командаһы Белорет районы Асы ауылы янында эшләне, бөгөн Архангел районында боҙҙо шартлатырға йыйына. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, 600-ҙән ашыу йортҡа һыу үтеп ингән, ҡотҡарыусылар 15 районда даими дежурҙа тора.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөндән яҙғы ташҡынға бәйле хәл буйынса брифингтар үткәрелә башлай. Тапшырыу сәғәт унда башлана. Уны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә, шулай уҡ Республика Хөкүмәтенең YouTube каналында һәм социаль селтәрҙәрҙәге рәсми төркөмдәрендә ҡарарға була.