Тау йылғаларында боҙ тығылыу хәүефе һаҡлана

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан шул турала хәбәр итәләр. Дыуан районы Әй йылғаһы, Белорет һәм Архангелдә Инйәрҙә, Бөрйән һәм Бөрөлә Ағиҙелдә, Иглин районында Эҫем йылғаһында боҙ тығылыуы ихтимал. Республика Башлығы Радий Хәбиров яҙғы ташҡынға ҡаршы республика комиссияһы ултырышында район башлыҡтарына боҙҙо шартлатыу эшен яйға һалырға ҡушты. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, иртәгәнән бер аҙ һыуыта башлай. Шуға йылғаларҙа һыу кимәле кәмеүе көтөлә.