Башҡортостан халҡына ҡорал тапшырған өсөн премия түләнә

Республика буйынса Росгвардия идаралығынан шул турала хәбәр итәләр. “Ҡоралыңды тапшыр” тигән профилактик сара 16 апрелгә тиклем дауам итә. Полицияға мылтыҡ алып килгән өсөн 15-20 мең һум премия түләнә. Шулай уҡ патрон, дары, шартлатҡыстарҙы тапшырып аҡса алырға була.