Башҡортостанда “Хәтер баҡсаһы” ағас ултырыу акцияһы ойошторола

Ул 24 апрелдә башлана һәм бер ай дауам итә. Быйылғы саралар Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыуға арнала. Акция барышында 1 мең төп ағас ултыртыу планлаштырыла, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан. “Күмәкләп ағас ултыртыу – изге эш. Балаларыбыҙға өлгө күрһәтеү яҡшы күренеш”, - ти билдәле селекционер, Өфө лимонарийы етәксеһе Фәриҙә Садыҡова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ағас ултыртылған билмәләрҙең картаһы менән Урман хужалығы министрлығы сайтында танышырға була.