“Торлаҡҡа аҡса туплау” программаһына үҙгәреш индерелә. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, ипотека 4,95 процентҡа бирелә. Быға тиклем торлаҡ кредиты 5,5-6 процент ине. “Бындай ҡарар коронавирус пандемияһы шарттарында халыҡҡа ярҙам йөҙөнән ҡабул ителде. Кәрәк булғанда проектты артабан дауам итәбеҙ һәм камиллаштырабыҙ”, - тип яҙа Андрей Назаров. “Торлаҡҡа аҡса туплау” программаһында 10 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. 3 мең ярым ғаилә яңы йорт туйлаған да инде.