Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәргә коронавирустан прививка алыуҙа ярҙам күрһәтелә

"Берҙәм Рәсәй" партияһы ошондай акция башланы. Ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙе прививка яһатыу өсөн машиналар менән поликлинаға алып бара. Вакцинаны йортҡа килеп эшләмәйҙәр, акция поликлиникаға үҙ аллы килә алмаған кешеләргә ярҙам маҡсатында ойошторолған. Ирекмәндәр ярҙамын алыу өсөн 8-800-201-89-03 һандарына шылтыратып яҙылырға кәрәк.