"Торос" хоккей командаһының яңы баш тренеры билдәле булды

Хоккейсыларҙы уйындарға Рауил Хәйҙәров әҙерләй. 54 йәшлек белгес "Салауат Юлаев" хоккей мәктәбе тәрбиәләүсеһе. Нефтекама командаһы уҙған миҙгелдә плей-офтың тәүге этабында уҡ Кубок өсөн көрәштән төшөп ҡалды. Баш тренер Валерий Дәүләтшин менән контракт оҙайтылманы.