Бөгөн Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығы делегацияһы ҡаланың 11-се мәктәбендә булды, башҡорт теле кабинетын йыһазландырыу өсөн ҡорамалдар, методик ҡулланмалар тапшырылды. Яр Саллылағы 11-се мәктәптә 2000-се йылдар башында башҡорт кластары асылған була. Ошо уҡ кварталда Халыҡтар дуҫлығы йортонда башҡорт йәкшәмбе мәктәбе булдырылған.