Иң ҡатмарлы осор тип май, июнь һәм сентябрь айҙарын атайҙар. Быйыл Республикала янғын менән көрәшкә 10 мең кеше һәм 2 мең ярым техника йәлеп ителә. Белорет, Дыуан һәм Благовар райондарына айырыуса ҙур иғтибар була, тип хәбәр итәләр Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәгенән.